Саҡмағош районы республикала һөт һауыу буйынса рекорд ҡуйҙы

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. Һауынсылар тәүге тапҡыр тәүлек эсендә 200 тонна һауым алған. - Саҡмағоштарға, республиканың ауыл эшсәндәренә хеҙмәттәре өсөн рәхмәт. 200 тонна һөт ул республика тәүлек эсендә һауылғандың ундан бер өлөшө. Был 220 меңдән ашыу кешегә етерлек күләм, - ти Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Саҡмағош районының бөтә ҙур предприятиеларында һөт етештереү буйынса проекттар уңышлы ғәмәлгә ашырыла. 

Фото №1 - Саҡмағош районы республикала һөт һауыу буйынса рекорд ҡуйҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ