Бөгөн Ғафури районында “Еҙем фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” төбәк-ара мәҙәниәт фестивале уҙа. Сара барышында уҡ атыу ярышы, күңелле старттар, башҡорт кухняһы менән таныштыралар. Бәйгеләрҙә ил төбәктәренән йыйылған командалар ҡатнаша. Фестивалде ойоштороусы Илдар Биҡҡужин һөйләй.







