Тәүлегенә 200 тонна һөт! Саҡмағош районы малсылары оло ҡаҙанышҡа иреште. Әлегә бындай күрһәткескә Башҡортостандың бер төбәге лә өлгәшкәне булманы. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙған.
«Базы», «Герой», «Байбулат» - Саҡмағош районының ҙур ауыл хужалығы предприятиелары. Уларҙың барыһында ла һөт етештереү буйынса инвестиция проекттары ваҡытында тормошҡа ашырылды. «Базы» менән «Герой» - «Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнашты. Саҡмағоштарға һәм республиканың барлыҡ ауыл халҡына еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. 200 тонна һөт - ул өс тимер юл цистернаһынан күберәк һәм бөтә республика күләменең ундан бер өлөшө. Бындай күләмдәге һөт менән 220 меңдән ашыу кешене тәьмин итергә мөмкин, тип яҙған Башҡортостан башлығы






