Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр төбәктә торлаҡ төҙөлөшө темпы 3 миллион 62 мең квадрат метрға еткән.
Республикала сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 2021 йыл менән сағыштырғанда, 105,4 процентҡа артҡан. Төҙөлөш тармағына дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә 2022 йыл Башҡортостан тарихында сафҡа индерелгән торлаҡ темптары буйынса иң яҡшыһы булды. Күрһәткестәрҙе кәметмәү өсөн бөгөн артабанғы йылдарға нигеҙ әҙерләү мөһим.
Бының өсөн ҡаланың яңы территорияларын үҫтереүҙең берҙәм генераль планы кәрәк, барыһы ла алдан уйланылырға тейеш, яңы биләмәләр төҙөүҙе айырым урындарҙа алып барырға ярамай. Был турала Радий Хәбиров Өфө ҡала советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары, ведомство һәм предприятие етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса 2030 йылға Башҡортостанда 4 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш, Өфө был ҙур мәсьәләне хәл итеүгә һөҙөмтәле өлөш индерергә бурыслы. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән килешеүенә ярашлы, «Ағиҙел-ИвестСтрой» ойошмаһы баш ҡалалағы 24 алданған өлөшсө проблемаһын хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алды һәм йыл аҙағында уны атҡарып сыҡты.






