Благовещен ҡалаһында бюджет өлкәһенә эшкә килеүселәргә быйыл 300 мең һум күләмендә субсидия бирелә

Ошо маҡсатта муниципаль ҡаҙнанан 4 миллион һум аҡса бүленә. Тимәк, 14 белгес торлаҡҡа тәүге иғәнә, йә ипотека кредитының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алып ҡыуанасаҡ. Субсидияға һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары дәғүә итә ала. Киләсәктә был исемлекте киңәйтеү, субсидияның дөйөм күләмен арттырыу күҙаллана. Программа тәү тапҡыр эшкә урынлашыусыларға һәм беренсел торлаҡҡа ҡағыла. Уға инеүселәргә Благовещен ҡалаһында һуңғы ике йылда төҙөлгән күп ҡатлы ике йорттан фатир тәҡдим ителә.

Беҙ Һаҡлыҡ банкы менән килешеү төҙөнөк. Был субсидияны алыусылар биш йыл дауамында хеҙмәт урынында эшләргә бурыслы була. Йәш кешегә ул аяҡҡа баҫып киткәнсе яҡшы ярҙам тип һанайбыҙ. Әлеге ваҡытта район дауаханаһында 70 вакансия бар.

Олег Голов, Благовещен районы хакимиәте башлығы

Яңы уҡыу йылында белем биреү системаһында 25 хеҙмәт урыны була.

Благовещен үҙәк район дауаханаһына участка терапевтары, травмотолог- ортопед, анестезиолог- реаниматолог, һәм узи белгесе талап ителә. Былтыр район дауаханаһынан Башҡорт дәүләт медицина университетына инеүселәргә лә 24 маҡсатлы йүнәлтмә бирелгән.

Быға тиклем эшләгән участка терапевтары хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Беҙ уны төрлө юлдар менән хәл итергә тырышабыҙ. Уҡыу йорттарына барып студенттар менән әңгәмә үткәрәбеҙ. Йүнәлтмә буйынса белем алыусылар беҙгә терапевт һәм педиатр булып эшкә ҡайтыр, тип көтәбеҙ.

Жанна Корунас, Благовещен Үҙәк район дауаханаһы баш табибы

Былтыр был ихтыяжды ҡаплау өсөн 11 йәш белгес йәлеп ителгән. Уларға эш урынынан фатир бирелгән, ә торлаҡты ҡуртымға алыусыларға компенсация түләнгән. Шулай уҡ «Ауыл табибы» программаһы буйынса эшкә килеүселәр ҙә бар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ