«Еҙем-Фест. Рәсәй халыҡтары уйындары» төбәк-ара фестивале уҙҙы

Ғафури районының «Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә «Еҙем-Фест. Рәсәй халыҡтары уйындары» төбәк-ара фестивале уҙҙы. Сараны ойоштороусы - «Тархан» туристик операторы. Илдар Биҡҡужин етәкселегендәге был фирма Республикала туризмды үҫтереү, милли йолаларҙы, аш-һыуҙарҙы популярлаштырыу буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара. «Еҙем-фест» фестивале федераль грант иҫәбенә, Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Ҡышҡы һабантуй форматында үткән сағыу һәм үҙенсәлекле саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Уғатарҙар бәйгеһен ҡыш уҙғарыуҙың үҙенә генә хат өҫтөнлөктәре бар. Йәйге һымаҡ ҡояш күҙҙе сағылдырмай, аҡ ҡар өҫтөндә уҡтар ҙа асыҡ күренә, тик ҡатлы йылы кейем генә бер аҙ ҡамасаулай. Шуға ҡарамаҫтан «Мәргән уҡсы» бәйгеһендә ҡатнашыусылар күп. Билдәле сәхнә оҫтаһы, ҡурайсы, думбырасы Илһам Байбулдин әйтеүенсә, уҡ атыу ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлө, уға һөйөү ҡаңға, йәнгә һеңгән.

Уғатарҙар араһында гүзәл заттар ҙа байтаҡ, ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Раушания Сабитованың ғаиләһендә уҡ атмаған кеше юҡ, тормош иптәше лә, балалары ла тарихи шөғөлдө үҙ иткән. Улар махсус рәүештә кейемдәр ҙә тектереп алған.

Фестивалдең тағы бер биҙәге-Бөрө уҡсылары, улар тарихи кинотаҫмаларҙан ғына таныш мушкеттарҙан атып күрһәтте, боронғо пушкалар менән ҡулланыу нескәлектәрен күрһәтте. Майҙанда ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, һөнәрселек йәрминкәләре лә ойошторолдо. Бында бәйләнгән, сигелгән, ағастан яһалған ижад емештәре күп. Фаил Байшөғөров әйтеүенсә, заказдар күп, эшләп кенә өлөгрөт. Тик ағастан фигуралар эшләү ваҡыт талап итә, һәр береһенең үҙ холоҡ-фиғеле, кәйефе, ти ул.

«Еҙем-фест» фестивале федераль грант иҫәбенә, Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормоҡа ашырылған. Ойоштороусыһы- «Тархан» туроператоры. Улар әйтеүенсә, фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр көтөлгәндән дә күберәк булып сыға, программа Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының ихтыяжын иҫәпкә алып төҙөлә.

Фестиваль милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла, йыр-моңға ла бай булды. Хатта милли аш-һыу әҙерләү серҙәре менән бүлешеп бишбармаҡ әҙерләп күрһәттеләр. Сара ҡунаҡтары әйтеүенсә, Еҙем-фест милли хазиналарыбыҙҙы һаҡлау, туристарҙы йәлеп йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.

Фестиваль майҙаны көнө буйы төрлө уйындарҙан, йыр-моңдан гөрләп торҙо. Ерле халыҡ та, ҡунаҡтар ҙа төрлө ярыштарҙа ҡатнашты, рәхәтләнеп күңел асты.

Еҙем-фест ҡышҡы һабантуй форматында үтте, киләсәктә был сараны йыл һайын ойоштороу күҙаллана.

Ғафури районы республиканың хозур төбәктәренең береһе, тап ошо районда данлыҡлы Красноусол шифаханаһы урынлашҡан. Әммә әлеге заманда теге йәки был ерлекте танытыу, туристар йәлеп итер өсөн тәбиғи байлыҡтар, социаль объекттар ғына етмәй. Һәр бер төбәктең йөҙөн билдәләгән үҙенсәлекле саралар булырға тейеш. Ойоштороусылар «Еҙем фест» киләсәктә Ғафури районының брендына әүерелер тип фаразлай.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ