Ике ҡатлы бинаның Якушевтар йорто булыуы билдәле, ул төбәк әһәмиәтендәге архитектура һәм тарих ҡомартҡыһы тип танылған. Әле унда Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы урынлашҡан.
Юл-трансрорт ваҡиғаһы видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән. Видеояҙманан күренеүенсә, пассажир ташыусы шәхси компания автобусы светофорҙың ҡыҙыл утына үтергә маташҡан. Ошо мәлдә уға «Нефаз» килеп төкөлә. Һөҙөмтәлә «Лотос» маркалы транспорт сараһы тарихи бинаға бәрелә. Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, зыян күргән пассажир дауаханаға оҙатылған.
Әле авария урында хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген координациялау өсөн Өфө һәм Совет районы прокурорҙары эшләй. Күҙәтеү ведомствоһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота. Шулай уҡ Якушевтар йортона килтерелгән зыян күләме иҫәпләнә. Белгестәр нигеҙҙең зыян күрмәүен, әммә декоратив өлөш емерелеүен билдәләгән.



