Башҡортостан йәмәғәтселегенә яҡшы таныш Альбина Исхаҡова 85 йәшен билдәләне

Республика тормошондағы сараларҙа ҡайнап йәшәгән оҫтабикәне тәбрикләргә юбилярҙың яҡындары, әхирәттәре, башҡорт милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға ҙур өлөш индергән гүзәл заттар йыйылды. Улар Альбина Исҡахованы ҡотлап үҙҙәре теккән сағыу костюмдарҙа сығыш яһаны. Төбәктең төрлө район-ҡалаларынан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап, бейеп көс-дәрт тупланы.

Альбина Исхаҡова башҡорт мәҙәниәтен, милли үҙенсәлеген үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Әүҙем ханым, йәмәғәт эшмәкәре ҡул эштәренән даими күргәҙмә ойоштороусы булараҡ та киң билдәле. Тормош иптәше менән бергә спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә - 80 йәшендә ГТО нормаларын тапшырып, ярыштарҙа ҡатнаша. Альбина Хажим ҡыҙы гимнастика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ