Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы яңы маршрутты һынап ҡараны. Иртәнге ете, Өфө станцияһынан ғәҙәттәгесә, «Урал легендаһы» рельс автобусының ҡуҙғалыу ваҡыты. Был юлы сәфәр Урал һырты аша үтеп, металлургия мәркәзе-Магнитогорск ҡалаһына тиклем. Сәфәр барышында Локомотивтарҙы алмаштырырға кәрәкмәй. Рельс автобусы дизель яғыулығында эшләй.
Ял һәм байрам көндәрендә «Урал легендаһы» рельс автобусы Яңы Абҙаҡ станцияһына тиклем йөрөй. Поезд бигерәк тә Айғыр ҡаяһына үрмәләргә, йәки Көньяҡ Уралдың мәшһүр тау саңғыһы курорттарында ял итергә теләүселәр араһында популяр.
Маршрутты Магнитогорск ҡалаһына тиклем оҙайтыу «Көнсығыш экспресс» проектын үҫтереүҙең сираттағы этабы булараҡ баһалана.
Сәфәрҙе Магнитогорск ҡалаһына тиклем оҙайтыу сәбәпле, туристар Ташбулат станцияһына тиклем барып етте. Ял итеүселәргә «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәгенә түләүһеҙ трансфер ойошторолдо. Ҡала яны тимер юлы транспорты селтәрен киңәйтеү, дөйөм алғанда, Башҡортостанда туризмды яңы кимәлгә күтәреүгә форсат бирә.
Магнитогорск ҡалаһына сәфәр әлегә һынау рәүешендә генә башҡарылды. Уның иҡтисади һөҙөмтәлеген ҡарағандан һуң Көньяҡ Уралдың металлургия мәркәзенә маршрут менән пассажирҙар даими файҙаланасаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин






