Стәрлетамаҡта балалар инклюзия үҙәге дәүләт ярҙамына эйә булған

Ойошма проекты федераль кимәлдә юғары баһаланып, уны тормошҡа ашырыуға Президент фондынан 2 миллион һумға яҡын субсидия йәлеп ителгән. Үҙәктә аҡыл һәм телмәр етешһеҙлеге менән яфаланған балалар шөғөлләнә. Етәкселек матди ярҙам иҫәбенә улар өсөн махсус шарттар булдырып, белгестәр белемен камиллаштырырға иҫәп тота. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

АРТ-терапия үҙенсәлекле балалар менән эштә киң популярлыҡ яулай. Ижади эш төрө күптән һөҙөмтәлелеген күрһәтеп өлгөрҙө. Бында төп иғтибар процесс барышына йүнәлтелә. Аутизм менән яфаланған кескәйҙәр һүрәт төшөргәндә йәки балсыҡ әүәләгәндә, тыныслана, шул уҡ ваҡытта белгестәр уларҙың телмәрен үҫтереү буйынса күнекмәләр үткәрә. Уның өҫтөнлөктәре бының менән генә сикләнмәй.

Стәрлетамаҡ инклю́зия үҙәгендә 15 үҙенсәлекле бала шөғөлләнә. Һәр береһенең үҫеш кимәле төрлө булғанға, һәр баланың шәхси педагогы бар. Терапия коллектив эшкә ҡайтып ҡала.

Стәрлетамаҡта бындай инклюзив үҙәк берҙән-бер һанала. Йәғни, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр менән һау балалар бер төркөмдә шөғөлләнә. Был үҙенсәлекле малай-ҡыҙҙарҙы социаль яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән.

Эльмира Шәрәфиеваның үҙәктә 7 йәшлек улы шөғөлләнә. Игеҙәктәр тыуып, бер нисә ваҡыт үткәндән һуң, малайҙарҙың береһе үҙенсәлекле икәне асыҡлана. Ике йыл күнекмәләр һөҙөмтәһендә бала үҫешендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.

Һау кеше өсөн көндәлек һаналған әйберҙәрҙе үҙәктә тәрбиәләнеүселәргә махсус өйрәтәләр. Эш урынын тәртиптә тотоу, һауыт-һаба йыуыу, икенсе кеше менән әңгәмә алып барыу һәм башҡа сикһеҙ күнекмәләр инвалид балалар өсөн ауыр бирелә. Тик педагогтар тәрбиәләнеүселәрҙе ниндәйҙер айырым категория вәкилдәре тип ҡабул итмәй. Улар өсөн бөтә кескәйҙәр ҙә тиң.

Киләсәктә инклюзия үҙәген ҡоролмалар менән йыһазландырыу, белгестәрҙең квалификацияһын үҫтереү ҡаралған. Был теләк Президент фондынан йәлеп ителгән субсидия ярҙамында тормошҡа ашыр тип күҙаллана.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ