«Айыҡ ауыл» конкурсының район этабында еңеү яулап, республика кимәленә сыҡҡан Оло Үтәштә милли байрам ойошторолдо. Сара тотош район халҡын бергә йыйҙы. Ҡунаҡтар иғтибарына Оло Үтәш ауылында йәшәүселәр әҙерләгән «Ҡыҙ төшөрөү» йолаһы тәҡдим ителде. Башҡорт туй йолалары йыр-бейеү, таҡмаҡтар менән үрелеп барҙы. Ҡышҡы һабантуйҙа ла төрлө халыҡ уйындары, ат сабыштары ойошторолдо. «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында еңеү яулаған Оло Үтәштәр 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.






