Тәүлегенә 200 тонна һөт! Саҡмағош районы аграрийҙары яңы рекорд ҡуйҙы. Һөтсөлөк тармағында алдынғы күрһәткестәргә ирешеүсе хужалыҡтар тураһында социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Районда һауылған һөттең төп өлөшө «Базы» һәм «Герой» предприятиеларында етештерелә. Былтыр инвестиция сәғәтендә ҡатнашыусы проекттарға ярашлы был комплекстар майҙаны яңыртылып фермалар киңәйтелде. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Флорида Ким яҙмаһында .
Быҙауҙарға яңы уңайлыҡтар. «Герой» хужалығы эшселәре һөтсөлөк өлкәһендә уңышҡа өлгәшеү быҙау сағынан уҡ башланғанын яҡшы аңлай. Шуға ла буласаҡ таналар даими күҙәтеү аҫтында. Уларҙы имеүҙән айырып мал аҙығын ашауға өйрәтеүгә, сәләмәтлеген нығытыуға тәүге көндән үк иғтибар бүленә. Биш меңгә яҡын эре мөгөҙлө мал аҫралған ферма ай һайын бер нисә тиҫтә быҙау менән тулылана.
Йылдам үҫешкән хужалыҡта һауынсылар тәүлегенә бер һыйырҙан 37 литр һөт һауып ала. Сифатлы продукция шунда уҡ һөт эшкәртеү заводына оҙатыла. Предприятие үҫеше республика ауыл хужалығы тармағын үҫтереү өсөн дә мөһим йүнәлеш булып тора, шуға ла инвестиция сәғәте сиктәрендә ҡаралған проектҡа ярашлы фермала быҙаулыҡтар яңыртылған.
«Герой» хужалығында матди техник базаны нығытыу өҫтөндә эш тынмай. Быйыл ферма майҙанында заманса ҡатнаш аҙыҡ һаҡлағыстары төҙөлөшө башланыр тип көтөлә.
Һөтсөлөк тармағында лидерҙар рәтенә ингән «Базы» хужалығы быйыл 75 тонна продукция етештереүгә өлгәшкән - һауынсыларға автоматтар ярҙам итә. 10 мең баш мал аҫралған комплексты киңәйтеү йүнәлешендә лә эш йылдам бара. Инвестиция сәғәтендәге проектҡа ярашлы, Имәнлеҡул ауылында яңы ферма асылған. Предприятиела техника паркы яңыртыла, меңәрләп тонна игенде һаҡлау келәттәре төҙөлә, аграрийҙарҙың эш шарттарын яҡшыртыуға ла иғтибар бүленә..
Тәүлегенә 200 тонна һөт һауып алып Саҡмағош районы Башҡортостан буйынса рекорд ҡуйҙы, әлегәсә төбәктең бер районында ла бындай юғары күрһәткестәргә ирешеүселәр булмаған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә 200 тонна һөт - ул өс тимер юл цистернаһынан күберәк һәм бөтә республика күләменең ундан бер өлөшө тип сағыштырып, Саҡмағош аграрийҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был күләмдәге һөт менән 220 меңдән ашыу кешене сифатлы продукция менән тәьмин итергә мөмкин. Ә инде район хужалыҡтарында тағы ла дәртләнеп яңы ҡаҙаныштарға ирешеү маҡсаты менән яналар.
Флорида Ким






