Ишкәкле слалом үҙәге канауында бетон эштәре тамамлаған, хәҙер төҙөүселәр технологик күперҙең нигеҙен һала, йәйәүлеләр өсөн металл конструкциялар ҡора. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә спорт объектындағы эш барышы менән таныштырҙы.
Уникаль ишкәкле слалом үҙәге төҙөлөшө дауам итә. Ул Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урынлашҡан. Был баш ҡаланың 450 йыллығына төҙөлгән объекттарҙың береһе. Комплекстың дөйөм оҙонлоғо - 350 метр. Бер нисә бассейн буласаҡ. Яһалма тупһаларҙа һыу ағымының тиҙлеген көйләргә мөмкинлек тыуасаҡ. Ишкәк каналы Теплое күлен Өфө йылғаһы менән тоташтырасаҡ. Ул бер үк ваҡытта Рәсәйҙә йыл әйләнәһенә эшләгән иң яҡшы спортсылар өсөн яҡшы күнекмә базаһы һәм иң юғары кимәлдәге чемпионаттар үткәрергә мөмкин булған заманса комплекс буласаҡ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



