Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Достовалов исемендәге ирекле батальондар хәрбиҙәре менән осрашты. Махсус хәрби операция биләмәһенән ир-егеттәр 10 тәүлеккә ялға ҡайтҡан.
Хәрбиҙәр махсус кейем, аҙыҡ тәьминәте буйынса һорауҙар юҡ, республика башҡа төбәктәрҙән айырмалы батальонға айырыуса хәстәрлек күрһәтә тип белдерҙе. Шулай уҡ ир-егеттәр уларҙың ғаиләләренә, ата-әсәләренә ярҙам күрһәтелеүенә рәхмәт әйтте. Әле уларға техника, пилотһыҙ осоу аппараттары, тепловизор кеүек ҡоролмалар талап ителә. Шулай уҡ федераль түләүҙәр буйынса ҡыйынлыҡтар күҙәтелә булып сыҡты.
Ирекле батальонда хеҙмәт иткән күп балалы атайҙарҙы кире ҡайтарыу мәсьәләһе тураһында ла һорау күтәрелде, улар менән парламенттың эшсе төркөмө шәхсән рәүештә эшләргә ҡарар итте. Парламент вәкилдәре ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе белем биреү учреждениеларында патриотик тәрбиә буйынса дәрестәрҙә ҡатнашырға саҡырҙы.



