Башҡортостан мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса илдең алдынғы төбәктәре рәтендә

Башҡортостан мәктәптәрҙе  ремонтлау  буйынса илдең алдынғы  төбәктәре  рәтендә

2022 йылда республикала "Мәктәптәрҙә белем биреү системаһын модернизациялау" программаһына ярашлы 63 бина ремонтланған. Бының өсөн 3 миллиард ярым һум бүленгән. Аҡсаның 600 миллион  һумы - республика ҡаҙнаһы өлөшө. Быйыл был программаға 77 мәктәп инә. Уларҙың ремонтлау өсөн 4 миллиард 300 миллион һум ҡаралған.

- Республикаға миллиардтар килә. Ремонт кәрәк булған объекттар һайлап алынды. Муниципаль контракттар төҙөлә. Беҙҙең балалар яҡты кластарҙа белем алһын өсөн тырышабыҙ, - тине Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрҙе  ремонтлау  буйынса илдең алдынғы  төбәктәре  рәтендә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ