Стәрлетамаҡ районының гүзәл заттары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә жилет тегә

Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылы гүзәл заттары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә жилет тегә. Өҫ кейеме эс яҡлап һарыҡ йөнө менән йылытыла. Кәсепселәр оҫтаханаһында тормошҡа ашырылған проектҡа тиҫтәнән ашыу кеше ҡушылған. Уларҙың күбеһе «Әхирәттәр» фольклор ансамбле солистары. Тәүге партия өлгөләре улар менән Мырҙаш ауылында ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәһендә таныштырған. Тиҙҙән был жилеттар гуманитар ылау менән яу яланына оҙатыла.

Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһендә Айыусы ауылы оҫталары ла ҡатнашты, улар хәрбиҙәргә ойоҡбаш, бейәләй бәйләй. Шулай уҡ сара сиктәрендә Күсәрбайҙан килгән ижади коллектив балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарып, боронғо шөғөл менән таныштырҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ