Былтыр көҙ старт алған мәктәпте 16 студент тамамлаған. Тантанала практика етәкселәре һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлеге етәксеһе Ирина Панькина ҡатнашты. Хоҡуҡ һаҡлау йүнәлеше буйынса белем алған өлкән курс студенттары өлкә ведомстволарында - шул иҫәптән, Башҡортостандың Адвокаттар һәм Сауҙа-сәнәғәт палаталарында, Арбитраж судында практика үтә.
Ойоштороусылар фекеренсә, проект яңы эшләй башлаған йәки ниндәй йүнәлеш һайлау мәсьәләһен хәл итмәгән студенттар өсөн файҙалы мөмкинлек. Үҙенсәлекле тәжрибә Рәсәй төбәктәре араһында тик Башҡортостанда ғына тормошҡа ашырыла. Киләһе ҡабул итеү февраль аҙағында үтә.



