Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы ижади коллектив эш башлаған

Составында - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың алдынғы сәнғәт әһелдәре, милли уйын ҡоралдарын пропагандалаусы виртуоз музыканттар - Рәмил Ғәйзуллин менән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов булған төркөм ошо көндәрҙә Мәсетле районында сығыш яһаған. Рәмил Ғәйзуллин сәхнәлә милли ҡоралдарҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарып, уларҙың тарихы менән таныштырҙы. Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сағыу сығышын райондаштары дәррәү алҡыштар менән оҙатты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ