Ауыл медицинаһын үҫтереүгә федераль аҡса бүленә

Башҡортостан хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика 2025 йылға тиклем 18 миллиард һум ала. Сумманың ҙур өлөшө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөүгә йүнәлтелә. 10-дан ашыу поликлиника, 2  үҙәк һәм 3 участка дауаханаһы һалыу ҡарала.  Шулай уҡ 414 фельдшер-акушер пункты, 43 табип амбулаторияһын сафҡа индереү планлаштырыла. Һуңғы өс йылда Башҡортостанда яңы 250 медицина пункты, 5 амбулатория эшләй башлаған.  Республикала дарыуҙар һәм ҡоролмалар етештереүгә лә ҙур иғтибар бүленә. «Фармстандарт-УфаВИТА» заводында гемофилиянан препарат сығарыу буйынса яңы цех асылды.

Фото №1 - Ауыл медицинаһын үҫтереүгә федераль аҡса бүленә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ