Краснокама районында автомобиль тәгәрмәстәрен эшкәртеү линияһы асылған

Башҡортостан Башлығы был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдергән. “Беҙҙең бизнес-шерифтар мәсьәләләрҙе хәл итә, эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә. “Автомаркет” компанияһы етәксеһе Азат Вәлиуллин былтыр Краснокама район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Ул Яңы Ҡабан ауылында цех асырға ниәтләй. Бизнесменды республика һәм федераль ярҙам саралары менән таныштыралар, субсидия алыу юлдарын өйрәтәләр. Бөгөн Яңы Ҡабан ауылындағы етештереү майҙансығында яңы смена индерелгән, 5 кеше эшкә алынған. Күп түгел, әммә ауыл өсөн яҡшы күренеш”, - тип яҙған Радий Хәбиров. Азат Вәлиуллин эшен киңәйтергә теләй. Продукцияға ихтыяж бар. Йүнсел яңы баҙарҙар эҙләй. “Эшҡыуарға уңыштар теләйем”, - тигән республика етәксеһе. 

Фото №1 - Краснокама районында автомобиль тәгәрмәстәрен эшкәртеү линияһы асылған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ