Халыҡҡа файҙалы проекттар аҡсалата ярҙамға дәғүә итә ала

Иртәгә Башҡортостан Башлығы гранты фондының беренсе конкурсы башлана. Ярышта коммерция булмаған ойошмалар ҡатнаша. Улар социаль әһәмиәттәге эштәрҙе тормошҡа ашырырға тейеш. Конкурс беренсе тапҡыр яңы форматта ойошторола, мини гранттар бирелә. Ярыштың дөйөм бюджеты - 25 миллион һум.  Документтар ун йүнәлеш буйынса ҡабул ителә. Заявкалар 2 мартҡа тиклем тапшырылырға тейеш. 

Фото №1 - Халыҡҡа файҙалы проекттар аҡсалата ярҙамға дәғүә итә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ