Айғыр түбәһенә Башҡортостан спорт министрлығы байрағы ҡуйылды

Альпинистар ведомствоның 100 йыллығына арналған флаг урынлаштырҙы. Спортсыларға 4 километр самаһы юл үтергә тура килгән. “Беҙ альпинистарыбыҙ, уларҙың илгә, республикаға һәм спортҡа тоғролоғо менән ғорурланабыҙ. Был спорт акцияһы яңы йөҙйыллыҡта яңы еңеүҙәргә этәргес бирер. Тормошта ла, спортта ла һәр бейеклек яулап алына. Бының өсөн ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, алға барырға кәрәк”, тип белдерҙе Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов.

Фото №1 - Айғыр түбәһенә Башҡортостан спорт министрлығы байрағы ҡуйылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ