Ул баш ҡаланың 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттарҙың береһе. “Каналға бетон түшәү эше тамамланған. Әле төҙөүселәр күпергә нигеҙ һала, йәйәүлеләр күперенә металл конструкциялар ҡуя”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Комплекстың оҙонлоғо – 350 метр. Бер нисә бассейн була. Яһалма тупһаларҙа һыу ағымының тиҙлеген көйләргә мөмкин. Ишеү каналы Йылы күле һәм Өфө йылғаһын тоташтыра. “Ул спорсылар өсөн бик яҡшы күнекмә базаһы була. Йыл әйләнәһе эшләй. Заманса комплекста ҙур чемпионаттар уҙғарырға ниәтләйбеҙ”, тигән Башҡортостан Башлығы.




