Хәйбулла районында йәшәүселәр «Беҙ бергә» акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итә. Аҡъяр тау колледжы коллективы һәм студенттар хәрбиҙәргә йылы кейем тегә башлаған. Бының өсөн уҡыу йортонда барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған - теген ҡорамалы, материалдар етерлек кимәлдә.






