Өфөнөң Нуғай ауылы янындағы тимер юл үткәүелендә һуңғы урҙалар ҡорола

Тимер юлы өҫтөндә башҡарылған эште БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Мөһим социаль объект төҙөлөшө хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Нуғай ауылы янындағы үткәүелде тоташтырған 36 урҙаның 35 ҡоролдо. Тимер юл үткәүелендә ҡорау һәм төҙөлөш эштәре Рәсәй тимер юлы рөхсәте менән башҡарыла. Төҙөлөшкө бүленгән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпер төҙөүселәр элементтарҙы тоташтырыусы ике урҙа ҡуйып өлгөрҙө.

Үткәүелдең оҙонлоғо 25 метрҙан ашыу. Бында ике йүнәлештә ике юл һыҙаты буласаҡ. Һуңғы урҙаны күпер төҙөүселәр иртәгә урынлаштырасаҡ. Әлеге ваҡытта эш раҫланған графикка ярашлы үтәлә. Төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ юҡ, эшсе көстәр етәрлек, тип белдерҙе 30-сы күпер төҙөлөшө отряды участка етәксеһе.

Урҙаларҙы дөйөм конструкцияға ҡорау күпер һәм үткәүелдәрҙә башҡарыла торған эштәрҙең төп өлөшө. Һуңынан гидроизоляция, ҡатламдар тигеҙләнә, кәрниз блоктар, плитәләр, терәүҙәр ҡуйыла, һыу ағыҙыү системаһын дренажланып, асфальтбетон япмаһы һалына.

Тимер юл үткәүелендә оҙонлоғо 33, ауырлығы 63 тоннана ашыу булған 36 урҙа ҡороласаҡ. Күпер төҙөүселәргә һуңғы өс урҙаны ҡорорға ике сәғәт ваҡыт бүленгән. Үткәүел урҙалары бөтә техник талаптарҙы үтәп ҡорола. Халыҡ өсөн социаль мөһим объект август аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ