Уның нигеҙендә шәхси тикшереүҙәр алып барып, ғилми эш яҙыуға өлгәшкән. Юғары уҡыу йортона барғанға тиклем өҫтәмә балл алыу өсөн төрлө олимпиадаларҙа ла сығыш яһай. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Аслан Солтанов мәктәптән ҡайтыу менән һарайға ашыға. Ҡош-ҡортон да, ҡуяндарын да ҡарап өлгөрә. Бигерәк тә үҫмер шешҡолаҡтарҙы яҡын күрә. Алып барылған тикшеренеүҙәре нигеҙендә ул ғилми эш яҙыуға өлгәшкән. Ҡуяндарҙы тәрбиәләү алымын, үрсетеүҙе, шулай уҡ аҡса эшләү ысулдарын да бөгөн үҫмер үҙ миҫалында һынай.
Ә бар шөғөл ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башлана. Башланғыс кластарҙа уҡыған осорҙа ата-әсә яҡшы билдәләргә өлгәшһен өсөн балаларына 10-шар, 5-шәр мең һум аҡса түләгән. Бөгөн үҫмер йыйылған аҡсаларҙы инвестицияға һалып, студент йылдарына компьютер алырға ниәтләй. Ҡуян аҫрау ҙа ошоға бәйле. Һөҙөмтәлә финанс грамоталыҡ буйынса Аслан хәҙер ата-әсәһен хатта, үҙе өйрәтеп ебәрә.
Киләсәктә үҫмер мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона ингәс тә башланған эшен ташламай, киңәйтергә иҫәп тота.
Азат Ғәлиуллин






