Беҙ - сәләмәт тормош яҡлы. Ошондай исем аҫтында Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында хоккей ярышы үтте. Турнирҙа Баймаҡ ҡалаһының Алдар батыр, Иҫке Сибайҙан Атайсал һәм Ниғәмәт ауылы командалары ҡатнашты. Спорт ярышы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Тулыраҡ Альбина Байегетова әҙерләгән видеояҙмала.
Иҫке Сибай ауылының боҙ майҙансығы бер ваҡытта ла буш тормай. Сөнки спорт яратҡан был ауылда 3 йәш категорияһы буйынса- балаларҙан, йәштәрҙән һәм өлкәндәрҙән торған хоккей командалары тупланған. Уҙған турнирҙа ир-егеттәр командалары көс һынашты.
Ярышта ҡатнашыусы командала төрлө һөнәр эйәләре. Әммә уларҙы хоккейға, спортҡа ҡыҙыҡһыныу берләштерә. Был көндө Иҫке Сибай ауылының боҙ майҙансығы уйынсылар һәм көйәрмәндәрҙең ҡеүәтләү тауышынан гөрләп торҙо. Барлыҡ командалар ҙа уйынға етди әҙерлек менән килгән.
Айыҡ ауыл кубогына ойошторолған ярыш, шулай уҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға ихтирам һәм хөрмәт йөҙөнән уҙғарылды. Көсөргәнешле лә,сәмле лә турнирҙа беренсе урынға Баймаҡ ҡалаһының Алдар батыр командаһы сыҡһа,икенсегә - Иҫке Сибайҙың Атайсалдары,өсөнсөгә иһә - Ниғәмәт ауылы егеттәре лайыҡ булды.
Альбина Байегетова



