Батырҙар ялға ҡайтты. Былтыр сентябрҙә мобилизацияға алынған егеттәр бөгөн махсус транспорт менән Өфөгә килде. Ялға ҡайтҡан яугирҙарҙың тәүге туҡталышы - Совет майҙаны булды. Уларҙы туғандары, ғаиләләре ҡаршы алды. Яҡындары менән осрашыуға тиклем хәрбиҙәр легендар комдив, Советтар Союзы геройы Миңлеғәле Шайморатовтың рухы алдында баш эйеп, уның һәйкәленә сәскә һалды.
Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгән, үҙ ирке менән ил тыныслығын яҡлаған ир-егеттәрҙе тыуған яҡтарына тиклем ҡайтарыу өсөн республика тарафынан транспорт бүленгән. Хәрбиҙәр 10 тәүлек ял иткәндән һуң йәнә махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлланасаҡ.






