Өфө дәүләт нефть техник университеты Артем Шәрипов яңы проект уйлап тапҡан

Ул тауыш ярҙамында идара ителгән виртуаль ярҙамсы. Артем Шәрипов виртуаль ярҙамсылар уйлап табыу менән 3 курста уҡығанда ҡыҙыҡһына башлай. Ул ошо темаға фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә, проект әҙерләй. Артемдың уҡытыусыһы проектты «Студенттар стартапы» конкурсына ебәрергә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә яҡташыбыҙҙың асышы 1 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ була. Виртуаль ярҙамсы менән өлкән быуын вәкилдәре, физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр ҡуллана ала, был уларға компьютер менән эшләүҙе еңелләштерәсәк. Яңы проектты уйын индустрияһы өсөн дә файҙаланырға мөмкин.

3 курста уҡығанда моделләү математикаһын үтә башланыҡ. тап шул ваҡытта мин барлыҡ виртуаль тауыш ярҙамсыларының бер нигеҙгә таянып эшләүен аңланым. Алиса, Сири, Маруся һәм башҡалар, уларҙың бөтәһенең дә эш рәүеше оҡшаш. Шунан һуң мин үҙемдең виртуаль ярҙамсымды уйлап табырға хәл иттем. Тауыш ярҙамсыһын төрлө категория вәкилдәре ҡуллана ала.

Артем Шәрипов, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ