Ауырғазы районы Мәнеү ауылында ҡорам төҙөлөшө дауам итә

Өс көмбәҙле бинаға зәңгәр яғыулыҡ, һыу үткәрелгән, эске яҡтан биҙәү, электр уты үткәреү эштәре генә ҡалған. Объектҡа нигеҙ 2015 йылда һалынған, уны күтәреүгә яҡынса 40 миллион һум Хәйриә аҡсаһы йәлеп ителгән. Ҡорам ишектәре бөгөндән үк халыҡ өсөн асыҡ, төҙөлөш тамамланғас ғибәҙәтхананы изгеләндереү йолаһы үтәләсәк.

Ауылда ҡорам булһа, ауыл йәшәй, тиҙәр. Шуға күрә урындағы халыҡ менән бер тауыштан изге башланғысты күтәреп алдыҡ. 28 метр бейеклектәге объект проектын әҙерләүҙә Мәскәү белгестәре лә ҡатнашты. Төҙөлөшкә ярҙам күрһәткән һәр кемгә оло рәхмәтлебеҙ.

Александр Григорьев, Мәнеү ауылының Изге Матрона Московская ҡорамы приход советы рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ