Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған. Урындағы халыҡ сәләмәт тормош яҡлы, үҫеп килгән быуынды спортҡа ылыҡтырыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып барыла. Яңыраҡ биләмәлә «Ҡышҡы шаян-шоу» тип исемләнгән йәштәр фестивале ойошторолған. Сараға райондың барлыҡ ауыл биләмәләрен берләштергән алты йыйылма команда туплана. Егет-ҡыҙҙар ваҡытҡа быйма ташлау, уҡ атыу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү кеүек ярыш этаптарын үтеп, етеҙлеклеккә, мәргәнлеккә көс һынашты






