Республикала “Алға” транспорт картаһын ҡулланыусылар арта

Республикала “Алға” транспорт картаһын ҡулланыусылар арта

Башҡортостанда йәшәүселәр 725 меңдән ашыу карта һатып алған, 450 мең уҡыусы картаһы бирелгән. Проектты тормошҡа ашырыу башланғандан алып, пассажирҙар 450 миллион тапҡыр уның менән иҫәпләшкән. 11 миллиард һумдан ашыу аҡса түләнгән.  Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин ошо турала хәбәр итте. Башҡа һанлы проекттар, мәҫәлән,  “Берҙәм электрон белем биреү мөхите” программаһын ғәмәлгә ашырыу ҙа уңышлы бара. Ул 5 системанан тора. Электрон көндәлекте көн һайын 1 миллион самаһы уҡыусы, уларҙың ата-әсәләре һәм педагогтар ҡуллана. Системаға 500-ҙән ашыу мәктәп туҡланыу комбинаттары ҡушылған.

Фото №1 - Республикала “Алға” транспорт картаһын ҡулланыусылар арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ