Унда Башҡортостанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, Донбасс, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән килеүселәр менән эшләү мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, идеология һәм мәғлүмәт фронты бөгөн мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Дошман айырыуса йәштәр араһында ялған мәғлүмәт таратыу, өгөт алып барыу өсөн төрлө ысулдар ҡуллана. - Хәүеф кимәлен баһалап, аныҡ ҡарар ҡабул итеп, ваҡытында тейешле саралар күрергә кәрәк. - тине Радий Хәбиров. Ултырышта 2023 йылға бурыстар билдәләнде.







