Илеш районы үҙәгендә Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан һуң ишектәрен асты

50 йыл элек төҙөлгән бинаға күптән ремонт талап ителгән. “Спорт- йәшәү нормаһы” федераль проекты барышында мәктәптә 21 миллион һумға төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғабдуллина һөйләй.

Илеш районы үҙәгендә Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан һуң ишектәрен асты

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев Илеш районының Иләкшиҙе ауылында тыуған. Уҙған йыл республика данлыҡлы осоусының тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләне.

Фото №1 - Илеш районы үҙәгендә  Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан һуң ишектәрен асты
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ