Башҡортостанда милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн бер йылда 48 миллиард ярым һум тотонолған

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә тәртип һаҡлау буйынса координация советы ултырышын уҙғарҙы. Унда милли һәм федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа төрлө етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҙур социаль  объекттар төҙөлөшөн ваҡытында тамамларға  кәрәк. Быйыл милли проекттар буйынса 7 мәктәп, 6 дауахана һәм поликлиника, 7 мәҙәниәт учреждениеһы, 17 инженер һәм транспорт инфраструктураһы объектын төҙөп бөтөү, 75 фельдшер-акушер пунктын урынлаштырыу ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда  милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн бер йылда 48 миллиард  ярым һум тотонолған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ