Райондың Түбәнге Хәжәт ауылында хоккей ярышына әҙерләнәләр. Үҙенсәлекле турнирҙа 40 йәштән өлкән ир-егеттәр ҡатнаша. Әлегә Ҡара Яҡуп, Дурас, Түбәнге Хәжәт һәм Күсем ауылдарынан 6 команда ҡатнашырға теләк белдергән. “Шишмә” газетаһы хәбәрсеһе Дилбәр Хәмитова һөйләй.
Ярышты Түбәнге Хәжәт ауылының “Аҡ инәйҙәр” клубы ойоштора. Быймала хоккей ярышы 4 февралдә уҙа.




