Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ һаҡлауҙы тәьмин итеүсе координация советы ултырышы үткәрҙе. Унда милли һәм федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡағиҙә боҙоуға ҡаршы саралар тураһында һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты.
Былтыр федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән 39 миллиард һумға 28 медицина ойошмаһына капиталь ремонт яһалған, 55 модулле фельдшер- акушерлыҡ пункттары ҡоролған, медицина йыһаздары һатып алынған, 27 мәҙәниәт учреждениеһы ремонтланған, 10 заманса кино залы асылған, йәмәғәт биләмәләре, автомобиль юлдары төҙөкләндерелгән.
Башҡортостан башлығы милли проекттар сиктәрендә ҙур социаль объекттар төҙөлөшөн тамамларға кәрәклеген билдәләне. 2023 йылда Милли проекттар ярҙамында ете мәктәп, алты дауахана, һәм поликлиникалар, 75 ФАП, инженер һәм транспорт инфраструктуралары төҙөү ҡаралған.



