Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдат мәктәп уҡыусылары менән осрашты

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдат ярты йыл дауамында мәктәп уҡыусыһынан алған сәләмде һаҡлап йөрөп Башҡортостанға ҡайтып хат авторы менән танышты.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон һалдаты, «Шах» хәрби ҡушаматлы яугир Өфө районы Дмитриевка ауылындағы мәктәптә уҡыусы Элина Ҡәнәфиеваның йылы теләктәре, рухи ярҙам биргән һүҙҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы әйтеүенсә, яҡташтар, балалар яҙып ебәргән хаттар ауыр минуттарҙа алға этәргес булып торған ҙур ярҙам булып тора. Мәктәп уҡыусылары һалдаттарға тағы ла хат яҙырға ниәтләнә.

Ярты йыл элек һалдатҡа хат яҙып уға сәләмәт һәм көслө рухлы булырға теләп , тиҙерәк тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтығыҙ тип яҙҙым. Әлбиттә, уның менән осрашып ғорурлыҡ хистәрен кисерҙем. Һалдаттың Өфө районында йәшәүе лә осраҡлы тура килмәгәндер - меңәрләгән һалдат араһынан минең хатым тап яҡташымды барып тапты.

Элина Ҡәнәфиева, 9-сы класс уҡыусыһы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдат мәктәптә өлкән класс уҡыусылары менән аралашып уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Быға тиклем дә ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан хәрби күптән түгел 50 йәшлек юбилейын билдәләгән. Уның тыуған көнө Донбасстағы ҡаты бәрелештәрҙең береһендә үткән.

Балаларҙан килгән хаттарҙы уҡып көслө рухлы ирҙәрҙең күҙҙәренә йәш тулған осраҡтар ҙа булды. Тыуған яҡтан йылы сәләм хаттары беҙҙең ҡанатландырып торҙо.

«Шах» ҡушаматлы хәрби
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ