Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа шәкәр диабеты менән ауырыған балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыу үтте

Сарала Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Парламенты депутаттары, министрлыҡ- ведомство етәкселәре ҡатнашты. Был тәүге генә осрашыу түгел. 2019 йылда ямаш шешкә дусар булған балаларҙың ата-әсәләре менән һөйләшеү ойошторолғайны. Әммә коронавирус пандемияһы менән бәйле киләһе осрашыуҙар кисектерелеп торҙо. Депутаттар артабан йөрк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса түңәрәк өҫтәл уҙғарырға ниәтләй. Бөгөнгө фекер алышыуҙың төп темалары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ғәҙәти булмаған ултырыш, шәкәр диабеты менән ауырыған балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыу бара. Депутаттар фекеренсә, был категория граждандарын борсоған һорауҙар күп. Шуға күрә проблеманы хәл итеү юлдарын берлектә эҙләргә хәл ителгән. Ата-әсәләр әйтеүенсә, төп проблема ошоға тиклем ҡулланылған сит ил дарыуҙар үҙебеҙҙә етештерелгән аналогтарға алмаштырыу менән бәйле. Был үҙгәреш бала организмына кире йоғонто яһауы ихтимал. Шулай уҡ дарыуҙар тәьминәте менән бәйле өҙөклөктәр ҙә бар.

Шәкәр диабеты киң таралған сирҙәрҙең береһе. Донъяла был ауырыу менән миллиондарса кеше яфалана. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә шәкәр диабеты диагнозы 10 миллион ярым кешегә ҡуйылған, Башҡортостанда иһә 124 мең.

Ҡыҙғанысҡа күрә, республикала шәкәр диабеты менән ауырыған кешеләрҙең 1 мең 600 тирәһе балалар. Тап ошо категория айырыуса яҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж. Быйыл Башҡортостан бюджетынан сирҙе дауалауға миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Был ҙур сумма. Беҙ башҡа ярҙам юлдарын да ҡарайбыҙ, закондарҙы үҙгәртеү мөмкинлектәре лә ҡарала.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе

Эксперттар фекеренсә, был сир ваҡытында дауаламағанда ауыр эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Шәкәр кимәленең ҡапыл төшөүе йәки күтәрелеүе лә организмға кире йоғонто яһай.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән осрашыуҙа белгестәрҙең дә, ата-әсәләрҙең дә фекере тыңланды. Киләсәктә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ. Был депутаттар өсөн тәүге генә осрашыу түгел, 4 йыл элек онкология сирле балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыу ойошторолған, артабан йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса фекер алышыу күҙаллана.

Шәкәр диабеты эндокрин системаһы менән бәйле ҡатмарлы сирҙәрҙең береһе, һәр ваҡыт шәкәрҙе контролдә тотоу, инсулин ҡулланыу мөһим. Ауырыуҙың аҙыуы башҡа ауыр сирҙәргә килтереүе мөмкин. Шуға күрә лә Дәүләт Йыйлышы Ҡоролтай был өлкәгә иғтибарҙы арттырыу, өҙөклөкһөҙ дарыуҙар тәьминәте булырға тейеш тип иҫәпләй. Көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү буйынса ҡануни базаны камиллаштырыу ҙа ҡарала.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ