Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле илдә 146 миллион 424 мең кеше йәшәй. Бер йыл элек 550 меңгә күберәк булған. Ил халҡының 109 миллиондан күберәге ҡалаларҙа теркәлгән. Ауыл халҡы 37 миллионға яҡын. Статистикала Рәсәйгә яңы ҡушылған төбәктәрҙә йәшәүселәр иҫәпкә алынмаған.







