Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлеккә яуаплы ҡарарға ҡушты

Өфөлә үткән кәңәшмәлә юбилей проекттарын ғәмәлгә ашырыу, ҡалала ҙур социаль һәм инфраструктура проекттары төҙөлөшө ҡаралды. - Ваҡыт тиҙ үтә, юбилейға тиклем аҙ ҡалды. Әҙерлек эштәре яҡшы бара. Әммә ҡайһы бер объекттар төҙөлөшөнә иғтибар кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Өфөлә юбилей алдынан Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге төҙөлә, Ҡурсаҡ театры реконструкциялана, ҡалаға инеү урынында ҙур эштәр алып барыла, көнсығыш юл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, урамдарға ремонт эшләнә. Өфөнөң 450 йыллығы киләһе йылда билдәләнә.

Фото №1 - Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлеккә яуаплы ҡарарға ҡушты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ