Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙә ошо турала яҙа. "Билдәһеҙ кешеләр сылбырҙы өҙөп алған, арҡандарҙы киҫкеләгән. Вандалдар табыласаҡ һәм яуапҡа тарттырыласаҡ", ти ул. Уҙған йылда Ашҡаҙарҙың яр буйы төҙөкләндерелде. Унда тирә-яҡты күҙәтеү майҙансығы, пристань, амфитеатр, кафе, уйын һәм спорт биләмәләре булдырылды.







