Премьер-министр Андрей Назаров бөгөн, Сталинград һуғышы тамамланыуға 80 йыл тулған көндә социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. "Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостан яугирҙәре ҙур роль уйнаны. Беҙҙең республиканан 700 меңдән ашыу кеше китте, күптәр һәләк булды. Сталинград һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 100-ҙән ашыу танк һәм 500 машинаны юҡ итте. "Барбаросса" планын әҙерләүсе фельдмаршал Паулюсты әсирлеккә алыу менән Бәләбәйҙән генерал-майор Иван Ласкин етәкселек итә. Бөгөн Шайморатов, Доставалов, Юлаев батальондары мобилизацияланғандар менән бергә йәнә Тыуған ил өсөн көрәшә. Бергә бөтә ауырлыҡтары үтербеҙ, беҙ еңербеҙ" - ти Андрей Назаров социаль селтәрҙә.







