Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бәйле ял көндәре тураһында аңлатма бирҙе. Быйыл байрам көнө һаналған 23 февраль кесе йомаға тура килә. Рәсәй Хөкүмәте хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙалана алһын өсөн 1 ғинуар йәкшәмбе ялы йома 24 февралгә күсерелгәйне. Ошоға бәйле, биш көнлөк эш аҙнаһын иҫәпкә алғанда, быйыл 23, 24, 25 һәм 26 февраль ял көндәре тип һанала. 22 февраль - байрам алдынан ойошмаларҙа эш көнө оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡара. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, быйыл республика халҡын 121 ял һәм байрам көнө көтә.






