«Башҡортостан энциклопедия»һы 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Тарих, география, иҡтисад, шәхестәр тураһындағы республика йылъяҙмаһы. «Башҡортостан энциклопедия»һы 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Үҙ тарихында бай фәнни-мәғлүмәти сығанаҡ булып танылып, бөгөн һәр кемдең өҫтәл китабына әйләнгән күп томлыҡтарҙы торған фундаменталь баҫма ҙур энциклопедия мәктәбе булып тора. Рәсәй, донъя кимәлендә республикабыҙҙы, милләтебеҙҙе киң даирәгә танытҡан учреждение хеҙмәткәрҙәре менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

«Башҡорт энциклопедияһы»нда яңы баҫмалар өҫтөндә эш өҙлөкһөҙ рәүештә бара. Һүҙҙәр теҙмәһе раҫланыу менән, уларға ҡыҫҡаса аңлатма биреүгә төрлө тармаҡ белгестәре йәлеп ителә. Һәр белешмә статистик мәғлүмәт, көслө аналитика, фотоһүрәттәр менән байытыла. Утыҙ йыллыҡ эшмәкәрлек барышында ғилми учреждение үҫеш темпын туҡтатмай, киреһенсә арттыра ғына.

Әлегә Башҡортостандың ун ике районы тураһында энциклопедиялар донъя күргән, яңыларын төҙөү өҫтөндә лә һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ айырым шәхестәргә арнап баҫмалар сығарыу ҡаралған. Ғилми учреждение тәжрибәһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, сит илдәр өсөн дә ҡыҙыҡлы. Рәсми танылмаһа ла, ул энциклопедиялар әҙерләү буйынса ғилми-методик үҙәк һанала.

2020 йылда «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедия порталы ойошторолдо. Уның нигеҙендә күп томлы «Башҡорт энциклопедияһы»ның электрон версиялары. Сайт көн дә яңыртыла, өҫтәмә материалдар, мәҡәләләр менән байытыла. Республиканың мәғлүмәти тәҙрәһенә әйләнгән порталды бөгөн донъяның ике йөҙҙән ашыу илендә йәшәүселәр күҙәтә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ