Гүзәл заттарға йәмғиәттә үҙ урынын табыу һәм ижади мөмкинлектәрен асыуға йүнәлтелгән проект районда йәшәгән 700-ләп ҡатын-ҡыҙҙы берләштерҙе. Программа уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгәйне. Ҡатын-ҡыҙҙар менән табиптар һәм эксперттар аралашты. Ҡатын-ҡыҙ һаулығы, матурлыҡ серҙәре, заманса модаға бәйле ҡыҙыҡлы темалар күтәрелде. «Һаулыҡ биләмәһе» майҙансығында ҡатын-ҡыҙҙарҙы алдан яҙылыу буйынса эндокринолог, кардиолог, онколог-маммолог, акушер-гинеколог, психотерапевт һәм башҡа белгестәр ҡабул итте. Өфө табиптары барлығы 270 консультация уҙғарып өлгөрҙө.
Проект сиктәрендә «Сәләмәт бала саҡ» майҙансығы ла эшләне, унда малай-ҡыҙҙарҙы балалар табиптары ҡабул итте. Айырым балалар проблемаларына ла махсус майҙансыҡ бүленде. Шулай уҡ эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа академияла үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ишетте. Ҡатын-ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарылды. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проекты Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Осрашыуҙа академия авторы Каринэ Хәбирова, әлеге ваҡытта гүзәл заттар алдында заман һынауҙарын лайыҡлы уҙыу бурысы тороуын, бының өсөн бер-береңә терәк булыу мөһимлеген билдәләне.






