Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа үлемесле авариялар 48 процентҡа кәмегән

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашыуҙа төбәктә төҙөлә башлаған М-7 федераль трассаһындағы реконструкция эштәре менән танышты. Биш ауылды урап үтеп һалынған мөһим объект төбәк юлдарында водителдәргә хәүефһеҙ һәм заманса юл шарттары булдырып, транспорт ағымынан йонсоған ауыл халҡына тыныслыҡ ойошторорға булышлыҡ итәсәк. Яңы юл файҙаланыуға 2024 йылда тапшырылыр тип көтөлә. Дүртөйлө районынан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

Ике күпер, 28 яһалма ҡоролма, тиҫтәләгән транспорт үткәүеле һәм тоннель ингән 65 саҡрым юл - мөһим һәм көтөлгән объект. М-7 федераль трассаһының Башҡортостандағы участкаһы төҙөлөшө йылдам бара. Күп функциялы транспорт объекты юл буйы сервисын, заправкаларҙы, яҡтыртыу ҡоролмалары төҙөлөшөн дә үҙ эсенә ала.

Рәсәйҙә етештерелгән асфальт-бетон ҡатнашмаһынан һалынған юл файҙаланыуға 2024 йылда тапшырылыр тип көтөлә. Киләсәктә ул Башҡортостан аша үткән Мәскәү-Екатеринбург автомагистраленең бер өлөшө булып етди транспорт артерияһына әйләнәсәк. Трасса водителдәрҙең юлдағы ваҡытын да күпкә ҡыҫҡартырға булышлыҡ итә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашыу барышында республиканың башҡа юл участкаларында барған реконструкция эштәренә лә туҡталды. Ултырышта Өфөнөң «Көнсығыш сығыу юлы» үҙ ваҡытына тапшырылға тейеш тип билдәләнде. Волга буйы федераль округында иң күләмле инфраструктура проекты һәм М-5 менән М-7 федераль трассаларын бәйләп, Өфө аръяғының яңы биләмәләрендәге транспорт хәрәкәтен көйләйәсәк.

Башҡортостанда 795 саҡрым юл - федераль әһәмиәттә. Был мөһим исемлеккә М-5 Урал, М-7 Волга, Р-240 Өфө - Ырымбур трассалары инә. Бөгөн 200 саҡрым арауыҡта төҙөлөш эштәре бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров федераль трассалар менән бергә төбәк әһәмиәтендәге юлдар ҙа онотолорға тейеш түгел тип өҫтәмә финанс ярҙам йәлеп ителәсәге дә белдерҙе.

Рәсәй төбәктәре араһында алып барылған рейтинг һөҙөмтәләре буйынса республикалағы федераль трассаларҙа үлемесле авариялар 48 процентҡа кәмегән, был һандар башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һөйләй. Республика юлдарында алып барылған төҙөлөш эштәренең барыһы ла уртаҡ маҡсатҡа йүнәлтелгән - Башҡортостанда юл сифатын яҡшыртып авариялар һанын кәметеү, заманса юлдарҙа хәүефһеҙ хәрәкәт ойоштороу.

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ