Халыҡ һайланыусылары хәрбиҙәрҙең амуниция әҙерлеген тикшерәсәк

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар абмундирование һәм башҡа кәрәк-яраҡтары менән тулы күләмдә тәьмин ителергә тейеш. Был бурысты тормошҡа ашырыу өсөн парламентарийҙар тәүҙә ялға тыуған яҡтарына ҡайтҡан яугирҙар менән осрашып һөйләште, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алды.

Хәҙер сират хәрби кейем тегеүсе предприятиеларға. Депутаттар ойошмаларҙың ҡеүәте, етештереү үҙенсәлектәре мәнән ҡыҙыҡһынды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, республиканың махсус кейем тегеү потенциалы юғары һәм хәрбиҙәр был йәһәттән ихтыяжлыҡ кисерергә тейеш түгел.

Беҙ ике яҡ өсөн дә отошло тәҡдимдәр әҙерләйәсәкбеҙ. Хәрби кейем етештереүсе предприятиелар бит һуңғы арала иҡтисадтың мөһим секторына әйләнде. Шуға күрә яугирҙарға амуницияны яҡшыртыу буйынса саралар күрелһә, предприятиеларға ла ташламалар, дәүләт ярҙамын хәстәрләргә тейешбеҙ.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ