Ғинуарҙа ғына Башҡортостанда 39 кеше утта янып һәләк булған

325 урында янғын сығыу осрағы теркәлгән. Үлемесле осраҡтар үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 144 процентҡа күберәк. Фажиғә сәбәптәре башлыса эскелеккә бәйле. Йортта тәмәке тартыу һәм һүндерелмәгән сигарет менән йоҡлап китеү. Һуңынан ғына электр сымдарының дөрөҫ һуҙылмауы һәм ҡорамалдарҙың төҙөкөһөҙлөгө.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү масатында Башҡортостанда «Янғындарға ҡаршы бергә» тип исемләнгән акция иғлан ителә. Ошо уңайҙан Республика менән идара итеү үҙәгендә брифинг ойошторолдо. Ҡотҡарыусылар акция үҙенсәлектәре һәм саралар планы менән таныштырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ