Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың махсус Указы менән 2023 йыл Кесе Ватан өсөн изге эштәр башҡарыу йылы тип иғлан ителде. Республика күп функциялы үҙәгендә эшләгән йөҙләгән йәштәр йыл башынан уҡ башланғысҡа ҡушылып, изге эшкә тотондо.
Өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән «Именлек» йорт-интернат тәрбиәләнеүселәренең ял ваҡыттарын уңайлы итер өсөн япмалы һәм япмаһыҙ ике эскәмйә бүләк итте. Ял зонаһына ҡуйылған эскәмйәләр тимер әйбер етештереүсе оҫталар тарафынан яһалған. Сағыштырмаса йәш булған күп функциялы үҙәк дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәрҙең өлкән быуын кешеләре һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар хаҡында ҡайғыртыуы ҙур мәртәбә. Был уңайлы һәм ыҡсым эскәмйәләр бер ҡасан да буш тормаясаҡ.






